11:40 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Республикала 2019 йылдың 9 айында уҙған йылға ҡарағанда 4000-гә аҙыраҡ сабый тыуған

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2019 йылдың тәүге туғыҙ айында Башҡортостанда 31 654 бала тыуған. Уларҙың 11 584-е – беренсе, 11 810-ы – икенсе бала, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Башҡортостанда 5,8 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ өсөнсө балаһын табырға йөрьәт иткән.
Ғаиләләрҙә 1,5 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ – дүртенсе, 900-гә яҡын сабый бишенсе һәм артабанғы бала булып донъяға килгән.
Ошо ваҡыт эсендә иң күп балалар Туймазы (976), Өфө (864) һәм Белорет (817) райондарында тыуған.
Ҡала округтарына килгәндә, бында, ғәҙәттәгесә, Өфө тыуым буйынса алдынғылыҡты бирмәй – 9 151 бала. Стәрлетамаҡта – 2 048 ҡыҙ һәм малай, Нефтекамала – 1 110.
Киреһенсә, ағымдағы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 36 883 кеше вафат булған, уларҙың 19 264-е – ир-егеттәр, 17 619-ы – ҡатын-ҡыҙҙар. Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, республикала үлгәндәрҙең дөйөм һанынан 27 888-е – эшкә һәләтле йәштән өлкән, 8 576-һы – иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ.
Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда 35 560 бала тыуған, 38 205 кеше вафат булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика