07:58 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Өфөнөң Совет майҙанына 28 метрлыҡ шыршы ҡуйҙылар

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Уҙған төндә Өфөнөң Совет майҙанына Яңы йыл шыршыһын ҡуйҙылар. Урман ҡупшыҡайын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, шулай уҡ Киров районы артистары, журналистар ҡаршы алды.
28 метрлыҡ урман һылыуҡайын Благовещен районынан алып килгәндәр. Яңы йыл символын Өфөгә тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатып барған. Шунан һуң Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы белгестәре уҙған ял көндәрендә әҙерләнгән нигеҙгә Яңы йыл шыршыһын ҡуйыу эштәренә тотонған.
«Биш йылдан ашыу Өфөнөң Совет майҙанына Яңы йыл шыршыһы ҡуйылғаны юҡ ине. Ләкин быйыл йоланы тергеҙергә хәл ителде. Хәҙер Яңы йыл ҡаласығын төҙөргә, боҙ һындары һәм тауҙары яһарға кәрәк. Бөтә эштәрҙе, шул иҫәптән байрам иллюминацияһын декабрь уртаһына тамамлау күҙаллана», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Был майҙансыҡта Яңы йыл шыршыһын реконструкция алдынан һуңғы тапҡыр ҡуйғандарҙыр, моғайын. Оҙаҡ йылдар Совет майҙанын — ҡаланың төп шыршыһы, аҙаҡ Киров районының төп шыршыһы биҙәне. Һуңғы ваҡытта майҙан ҙур бушлай парковка булып хеҙмәт итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика