05:18 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Дәүләт Думаһы депутаттары 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Дәүләт Думаһы депутаттары 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы. Йылдың һуңғы көнөндә ял итергә мөмкин, ләкин байрам көндәренең дөйөм һанын һаҡлау шарты менән, тип аңлатма бирҙе идеяға Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитеты етәксеһе Ярослав Нилов (ЛДПР).
«Риа Новости» хәбәр итеүенсә, бынан алда Томск өлкәһе губернаторы Сергей Жвачкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесе буйынса 31 декабрҙәге эш көнөн шәмбе, 28 декабргә күсерҙе. Төбәк башлығы бындай ҡарарҙы Яңы йыл байрамына әҙерләнеүҙең төп ауырлығы ҡатын-ҡыҙҙарға төшөүе менән аңлатты. Уны Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Тамара Плетнева хупланы (КПРФ).
«Байрам көндәренең дөйөм һанын һаҡлап, 31 декабрҙе ял көнө итергә кәрәк ине тип иҫәпләйем. 31-ендә кешеләр эштә нимә менән шөғөлләнә: отпуск йәки үҙ иҫәбенә ял алмаған булһалар, киләләр. Эш көнө икән, сифатлы эш юҡ. Бер етди мәсьәләне лә хәл итеп булмай, сөнки бөтәһенең дә байрам», — тип Ярослав Ниловтың һүҙҙәрен килтерә РИА.
Депутат билдәләүенсә, төбәктәрҙең үҙ субъекттарында ошондай ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар, атап әйткәндә, төньяҡ төбәктәрҙә йома көндө - ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус эш режимы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика