07:12 (UTC+5), 26 Ноября 2019

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ер тетрәгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 һәм 19 ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән. Ҡаҙағстан милли мәғлүмәттәр үҙәгенең сейсмик станцияһы хәбәр итеүенсә, тәүгеһе Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында – Сибайҙан 18 саҡрым алыҫлыҡта булған. Ул саҡта магнитуда 2.2 берәмек тәшкил иткән.
Икенсеһе осраҡты сейсмологтар 19 ноябргә ҡарай төндә теркәгән. 2.5 магнитудалы ер тетрәү Силәбе өлкәһе Уй районының Кочнево ауылы янында (Башҡортостандың Туңғатар ауылынан алыҫ түгел) күҙәтелгән.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан сигендәге һуңғы сейсмик әүҙемлектең 2018 йылдың ноябрендә күҙәтелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика