11:04 (UTC+5), 25 Ноября 2019

Республикала яңы йыл календары-2020 әҙер

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда яңы йыл календары-2020 төҙөлгән. Райондарҙың һәм ҡалаларҙың бөтә яңы йыл саралары бер урынға тупланған. Ул «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында баҫылған. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә 20 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Яңы йыл шыршыһы ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Унда 780 уҡыу алдынғыһы, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәре, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, шулай уҡ ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырыла.
25 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайындағы дөйөм Рәсәй Яңы йыл шыршыһында 114 бала ҡатнаша.
11 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы-2020 була. Унда «үҙенсәлекле балалар» саҡырыла. 19-23 декабрҙә 32 мең уҡыусы ҡатнашлығында 143 муниципаль шыршыһы уҙғарыла. 31 декабрҙә бөтә яңы йыл майҙансыҡтарында күңел асыу ойошторола.
Хөкүмәт вице-премьеры һүҙҙәренсә, яңы йыл каникулдарында республикала бик күп спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Балалар ата-әсәләре менән бергә ҡатнаша ала. 2-6 ғинуарҙа мәктәптәрҙә 1017 спорт залында һәм майҙансыҡта спорттың ете төрө буйынса «Яңы йыл ғаилә уйындары-2020» фестивале була. 3 ғинуарҙа Өфөлә — Ҡарһылыуҙар парады, 4 ғинуарҙа «Ҡашҡаҙан» паркында — ат-сана экипаждары парады, 7 ғинуарҙа тотош республикала Раштыуа байрамы уҙғарыла. 3750 мәҙәниәт учреждениеһы яңы йыл байрамдарына 6049 сара планлаштырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика