06:01 (UTC+5), 25 Ноября 2019

Республикала «Шыршы – 2019» операцияһы башланды: законһыҙ ҡырҡыу хаҡында ҡайҙа хәбәр итергә мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда йәшәүселәр ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу тураһында хәбәр итә ала. Бөгөндән республика биләмәһендә «Шыршы –2019» оператив-иҫкәртеү операцияһы башлана. Урмандарҙа законһыҙ эшмәкәрлек алып барыу хаҡында мәғлүмәтте 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә ебәрергә мөмкин.
Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыуға контролде көсәйтә, тип билдәләй ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
«Операция барышында Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы инспекторҙары эске эштәр, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ киҫеүгә юл ҡуймау өсөн урмандарҙы, шыршы ташыған транспортты тикшерә. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә законһыҙ әҙерләнгән яңы йыл шыршыларын һатыуға юл ҡуймау маҡсатында уларҙы һатҡан урындарҙа рейдар үткәреү күҙаллана», — тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, урман фондына килтерелгән зыян өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Граждандарға — 3-4 мең, вазифалы кешеләргә — 20-40 мең, юридик берәмектәргә 200-300 мең һум административ штраф янай.
Штрафтан тыш, браконьер урман фондына килтергән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы биш мең һум һәм унан күберәк икән, «Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал. Ошо статья буйынса максималь яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.
Әгәр законһыҙ ҡырҡҡан саҡта механизмдар, автомототранспорт, үҙйөрөшлө машина һәм башҡа техника файҙаланылһа, административ штрафтың күләме арта, ә файҙаланылған эш ҡоралдары һәм киҫелгән ағастар конфискациялана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика