08:25 (UTC+5), 25 Ноября 2019

Башҡортостанда Яңы 2020 йылға пикселле шыршылар ҡуйыла

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ағымдағы йылдың 10 декабренә тиклем Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Яңы йыл шыршылары ҡуйыла. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте.
«Республикала 1099 боҙ ҡаласығы төҙөү күҙаллана. Был 2018 йылға ҡарағанда 11% күберәк, — тип белдерҙе вице-премьер. — Шулай уҡ 566 һырғалаҡ һәм 1266 боҙ тауы була. Республика ҡалаларын һәм райондарын 1782 шыршы биҙәй».
Башҡортостан хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, республикала 1634 – ысын, 139 – яһалма һәм 9 пикселле шыршы ҡуйыла. Һуңғылары – ошо йылдың яңылығы. Иң бейек – 32 метрлыҡ пикселле шыршыны Өфөлә «Торатау» конгресс-холы янында күрергә мөмкин. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.
Шулай уҡ Башҡортостан ҡалалары юл өҫтөндәге иллюминациялар менән биҙәлә. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу яҡтыртҡыс арт-объекттар барлыҡҡа килә.
«Республика һәм Италия компанияһының хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Өфөнөң төп майҙандарында байрам иллюминацияһы менән инеү урындары була. Биҙәкле панно Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ҡуйылғандарына оҡшаш», — тине Борис Беляев.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика