12:25 (UTC+5), 25 Ноябрь 2019

Башҡортостанда Республика ашығыс ярҙам станцияһының баш табибы вазифаһын ҡалдыра

Һулда - Марат Йыһаншин, уңда - Александр Степанов 03ufa.ru/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы Марат Йыһаншин вазифаһын ҡалдыра. Бөгөн – белгестең һуңғы эш көнө. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова хәбәр итте.
«Марат Йыһаншиндың хеҙмәт килешеүенең ваҡыты тамамлана. Уны оҙайтып торманылар», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство вәкиле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән телефон һөйләшеүендә Марат Йыһаншин үҙенең вазифанан ситләтелеү сәбәбен белмәй.
«Һаулыҡ һаҡлау министрынан бойороҡ килде. Бөтә һорауҙарығыҙҙы уға бирегеҙ», — тине белгес.
Әлегә Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының баш табибы вазифаһын элекке урынбаҫар Александр Степанов башҡара.
Марат Йыһаншин Башҡортостандың ашығыс ярҙамына 1999 йылдан алып етәкселек итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика