06:59 (UTC+5), 21 Ноября 2019

Республикала йәшәүселәрҙе «Terra – Gussia» ҡаҙ фестиваленә саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 30 ноябрҙә Федоровка ауылының Мәҙәниәт һарайы алдындағы үҙәк майҙанда «Terra – Gussia» ҡаҙ фестивале ойошторола. Заманса исем менән аталған фестивалдең нигеҙендә – халыҡ йолалары, «Ҡаҙ өмәһе» фольклор байрамы.
Федоровка районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килгән һәр кемде бай программа көтә: ауыл биләмәләре менән таныштырыу, ойошмалар һәм халыҡ продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе, театрлаштырылған концерт программаһы, ҡаҙҙар ярышы, «Ҡаҙ өмәһе» йолаһын күрһәтеү, фотозона, ҡаҙ итенән бешерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итеү.
Шулай уҡ программала махсус конкурстар бар: «Ҡупшы ҡаҙ» – тере ҡаҙ өсөн иң матур кейем, ҡаҙ итенән, эсәгенән, тәпәй-башынан рецептар конкурсы, мендәрҙәр конкурсы – ҡаҙ йөнөнән эшләнгән мендәрҙең тыштарын үҙенсәлекле итеп биҙәү, ҡаҙ темаһына иң яҡшы балалар һүрәте һәм башҡалар.
Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр иғлан ителә һәм уларҙы бүләкләү тантанаһы була. Эштәр 453280, Федоровка ауылы, Ленин урамы, 50 адресына, шулай уҡ ush-fedorovka@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.
Фестиваль иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика