11:29 (UTC+5), 21 Ноября 2019

Республика етәксеһе бала сағы һәм йәшлеге үткән ихатаны күрһәтте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан башлығы Ишембайҙа быйыл «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән Чкалов урамындағы ихатаға инеп, башҡарылған эштәргә баһа бирҙе. Баҡтиһәң, Радий Хәбировтың бала сағы һәм йәшлеге ошонда үткән икән, ата-әсәһе менән тыуған ауылы Һайрандан Ишембайға күсеп килгәс, шул йорттарҙың береһендә йәшәгән.
Бынан тыш, республика етәксеһе Иҫке Ишембай ҡасабаһына барҙы һәм унда 2014 йылда оптималләштереү барышында ябылған медпунктты ҡараны. Урындағы халыҡ бер нисә йыл буйына уның эшен тергеҙеүҙе һораған. Быйыл урындағы бюджет аҡсаһына бина ремонтланған. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеүҙә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең нисек барыуы, тар йүнәлешле белгестәргә яҙылыуға бәйле проблемаларҙың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Руслан Хәбибуллин һүҙҙәренсә, бөгөн ҡаланың һәм райондың һаулыҡ һаҡлау системаһында 1500-ҙән ашыу белгес эшләй. Табиптар етешмәү мәсьәләләре яйлап хәл ителә, быйыл маҡсатлы килешеүҙәр буйынса 17 студент БДМУ-ла белем ала башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған биш белгес килешеү төҙөп, анестезиология-реанимация, дерматовенерология, терапия, онкология, травматология-ортопедия белгеслектәре буйынса ординатураға уҡырға ингән.
Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр медицина кадрҙарын медицина учреждениеларына эшкә йәлеп итеүгә муниципаль властарҙың яуаплы булыуын иҫкә төшөрҙө.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика