09:35 (UTC+5), 21 Ноября 2019

Өфөлә «Вики»ҙың алмашы – Ҙур Рәсәй энциклопедияһының электрон версияһы менән таныштырҙылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Бөтә Рәсәй конференцияһында Ҙур Рәсәй энциклопедияһының баш мөхәррире Сергей Кравец баҫманың электрон версияһы менән таныштырҙы. Ул төбәк энциклопедиялары һәм тармаҡ һүҙлектәре материалдарын, музейҙар, ведомстволар, ғилми үҙәктәр, юғары уҡыу йорттарының эшен файҙаланырға тейеш портал өҫтөндә эштең нисек алып барылыуы хаҡында һөйләне. Хәҙерге заманса энциклопедияларҙағы кеүек үк, терминды йәки күренеште һүрәтләүҙән тыш, мәҡәләләрҙә библиография, шулай уҡ медиаконтент - аудио һәм видеоматериалдар, иллюстрациялар, карталар күрһәтелә.
Ҙур Рәсәй энциклопедияһының 35 ҡағыҙ томы 200-2007 йылдарҙа донъя күрҙе. Был материалдар электрон версияға нигеҙ итеп алына. 2016 йылдан алып ошондай уҡ исемле нәшриәттең 200 хеҙмәткәре уны төҙөү өҫтөндә эш алып бара.
5 ноябрҙә рус теле буйынса Совет ултырышында Рәсәй президенты Владимир Путин «Википедия»ны электрон Ҙур Рәсәй энциклопедияһына алмаштырырға» тәҡдим итте.
Чиновниктар әйтеүенсә, «Википедия»ны ябыу күҙалланмай, популяр ресурс менән файҙаланыуҙы дауам итергә мөмкин, ә Ҙур Рәсәй энциклопедияһы сервисы ышаныслыраҡ булыуы менән айырылып торған мәғлүмәт сығанағы итеп төҙөлә.
2020-2022 йылдарҙа милли энциклопедия булдырыуға 1,7 миллиард һум бүленә, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары. 2019 йылда проект 303,2 миллион һумға финансланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика