06:03 (UTC+5), 21 Ноября 2019

Өфөлә төп Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтерҙе, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алды. Улар шыршының матурлығы, бейеклеге буйынса баһаланы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» бирҙе. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелде, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолдо.
«Шыршыны ай ярым элек үк һайлағайныҡ. Уның бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90 йылдан ашыуыраҡ. Шуға ул «оло йәштәге ханым». Тиҙҙән уны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү эштәре башланыр», – тине Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы идара итеүсеһенең урман хужалығы буйынса урынбаҫары Зәбир Сафин.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары түбәндәге майҙансыҡтарҙа буш ваҡытын үткәрә, балалар менән ял итеү мөмкинлегенә эйә:
Орджоникидзе районында - Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Яңы Черкассы, Тимашев һәм ИҫкеТурбаҫлы ҡасабаларында.
Совет районында – Өфө балалар филармонияһы алдында.
Дим районында — «Орион» ижад йорто скверында.
Калинин районында – «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт йорто һарайында, Инорс һәм Шакша биҫтәләрендә.
Киров районында – Мөбәрәков һәм Софья Перовская урамдары сатында.
Ленин районында – «Тулҡын» скверы алдында, «Нижегородец» стадионында.
Октябрь районында –«Ҡашҡаҙан» паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда, Нуғай ҡасабаһында. Ҙур сауҙа комплекстары алдында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыла.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика