10:36 (UTC+5), 21 Ноябрь 2019

Башҡортостанда киске 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләү тәҡдимен индерҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда киске 8-ҙән иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыуҙы сикләргә тәҡдим иттеләр. Бынан тыш, «Айыҡ Башҡортостан» проектының йәмәғәт советы ағзалары уҡыу йорттарына 150 метр яҡынлыҡта иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлгә индереүҙе планлаштыра.
Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы статистикаһы буйынса, Башҡортостан дүртенсе йыл рәттән «иҫерек» енәйәттәр» һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй, ә ағымдағы йылда Өфөлә генә алкоголь һатыу буйынса махсуслашҡан магазиндар — 39% (254 нөктә), һыраханалар 17% (418 нөктә) артҡан.
«2019 йылдың беренсе ярты йыллығында Әбйәлил районында легаль араҡы һатыу 34% күбәйгән. Шул сәбәпле эсеү һәм үлем осраҡтары ла. Бынан тыш, республика спиртлы эсемлектәр ҡулланыу менән бәйле тәүге тапҡыр асыҡланған психик сирле пациенттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында бишенсе урынды алған», — тине проект координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов.
«Айыҡ Башҡортостан» ағзалары үҙ тәҡдимдәрен алкоголгә ҡаршы кампанияның донъя тәжрибәһенә таянып әйтте.
«Күп кенә төньяҡ илдәрендә ял көндәренең береһендә, йышыраҡ йәкшәмбе, шулай уҡ шәмбе көндөң икенсе яртыһында иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Рәсәйҙә бындай тыйыу юҡ, шуға ял көндәрендә бәхетһеҙ осраҡтарҙан һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеүҙең 8−11% артыуы күҙәтелә», — тип белдерҙе йәмәғәтселәр.
Бынан алда «Башинформ» республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙе хуплауҙары тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика