09:00 (UTC+5), 20 Ноября 2019

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә «Егәлгә» милли паркы булдырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Көньяҡ Уралда «Егәлгә» милли паркы булдырыла. Тейешле ҡарарға Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Яңы объект Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районында, ә бер өлөшө Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Уның майҙаны — 45 мең гектар. Яңы парк ағымдағы йылда «Экология» милли проектына ярашлы ойошторолған тәүге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе була.
Рәсәй премьер-министры һүҙҙәренсә, яңы парк булдырыу Рәсәйҙә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш.
«Бында уникаль урманлы тәбиғәт комплекстары. Күп үҫемлектәр һәм йәнлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Был ерҙәр һәр ваҡыт туристарҙы йәлеп итә, — тине премьер. — Хәҙер унда экологик туризмды үҫтереү, йәғни бының өсөн инфраструктура, яңы эш урындары булдырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килде».
Вице-премьер Алексей Гордеев «Егәлгә» милли паркы Көньяҡ Уралдың үҙенсәлекле тәбиғәтен, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итер тип өҫтәне.
Белешмә. Егәлгә – Көньяҡ Уралда Йүрүҙән йылғаһының һул ярындағы тау һырты. Силәбе өлкәһе Ҡытау-Ивановск районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Егәлгәнең көньяҡ сиге – Ҙур Шолом һыртының иң юғары нөктәһе (1427 метр) Башҡортостандың Белорет районында Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика