11:04 (UTC+5), 18 Ноября 2019

Республикала аномаль һыуыҡ көндәр башлана – Гидрометүҙәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ноябрҙең икенсе декадаһында Уралда, Башҡортостанда, шулай уҡ Пермь крайының көньяғында һәм Свердловск өлкәһендә көслө ҡар яуа. Ошо төбәктәрҙә көндәр һыуыта башлай. Был хаҡта «Российская газета» баҫмаһына Рәсәй Гидрометүҙәге лабораторияһы мөдире Людмила Паршина хәбәр итте.
«Уҙған ял көндәре менән сағыштырғанда 5-7 градусҡаса һалҡынайта. Көндөҙ минус 6-11 градус. Артабан Уралда аномаль һауа торошо көтөлә. Төндә — минус 24-29, көндөҙ минус 16-21 градус була. Был норманан 12 градусҡа түбәнерәк», — тине Рәсәй Гидрометүҙәге вәкиле.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башгидрометүҙәк фаразына ярашлы, шишәмбе, 19 ноябрҙә, Башҡортостанда көндәр ҡапыл һыуыта. Төндә бер аҙ епшек ҡар, ҡар, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төньяҡта төндә һәм көндөҙ -12,-17, көньяҡта төндә һәм көндөҙ -3,-8, көн дауамында -12,-17 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика