12:00 (UTC+5), 15 Ноября 2019

Республикаға Арктика һыуығы килә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ноябрь башында көндәр йылы— норманан 1-4 градусҡа юғарыраҡ булды. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала юғары һауа температураһы һаҡлана: төндә 0, -5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ +3, -2. Аҙыраҡ яуым-төшөм көтөлә.
«Ләкин киләһе аҙнаның башында Уралға төньяҡ-көнсығыш ағымдар менән һалҡын Арктика һауаһы инә башлай. 19 ноябрҙә һауа температураһы -8, -13, 20 ноябрҙә төндә иһә -15, -20, көнсығыш райондарҙа -25 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9-14, көнсығышта -18-гә тиклем», — тип белдерҙе синоптиктар.
19 ноябрҙә төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һалҡын үтеп инер алдынан Башҡортостанда аҙыраҡ ҡар ятыуы күҙәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика