Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 08:51

Өфө ЮХХДИ-һы водителдәрҙе тикшереү хаҡында иҫкәртә

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 15 ноябрҙә Өфөлә водителдәрҙе тикшереү ойошторола. Баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, иҫкәртеү саралары ауыр эҙемтәле фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелә.
Бынан тыш, водителдәрҙең бөтә кәрәкле документтарын да тикшерәләр.
«Бер ҡасан да эскән килеш рулгә ултырмағыҙ, ә сығыр алдынан документтарығыҙҙы һәм транспортығыҙҙың төҙөк булыуын тикшерегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм айырыуса кескәй пассажирҙы ҡайыш менән эләктерегеҙ», — тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.
Читайте нас: