Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2019, 18:29

Республикала башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға кәңәш бирәләр

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, «Туған телгә 100 аҙым» акцияһына старт бирҙеләр. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Уҡыусыларға, студенттарға, китапханаға килеүселәргә башҡорт авторҙарының 100 китабын уҡырға тәҡдим ителә. Улар араһында Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар.
«Республикабыҙ әҙәби традицияларға, яҙыусыларға һәм шағирҙарға бай, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Яҙыусылар берләшмәһендә яңы исемдәр барлыҡҡа килә, заманса хикәйәләр, повестар һәм романдар, шиғри йыйынтыҡтар донъя күрә. Авторҙар менән ижади осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнашырға, баһа бирергә, фекер алышырға кәрәк. Иң мөһиме, халыҡ күберәк уҡый башлаһын ине».
Спикер һүҙҙәренсә, йәштәр араһында бөтөнләй китап уҡымаусылар йылдан-йыл арта, ҡайһы берәүҙәр үҙ фекерен аңлайышлы итеп әйтеп бирә алмай.
«Туған телгә 100 аҙым» проектын уңышлы бойомға ашырыу өсөн унда киң мәғлүмәт сараларының, төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының, китапханаларҙың һәм театрҙарҙың, йәмәғәт ойошмаларының, һәр ғаиләнең әүҙем ҡатнашыуы зарур, тип билдәләне Константин Толкачев.
«Халыҡҡа ошо китаптар хаҡында мәғлүмәт бирергә, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға кәрәк, ләкин мәжбүр итергә ярамай», – тип өҫтәне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
Уҡырға тәҡдим ителгән китаптар исемлеге менән тиҙҙән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: