10:55 (UTC+5), 14 Ноября 2019

Республика Роспотребнадзорында киҙеүҙең таралыуына фараз бирҙеләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мең 376 сирле теркәлгән.
Был күрһәткес эпидемик сиктән түбәнерәк, һәм ул арта бара, тип хәбәр иттеләр республика Роспотребнадзорында уҙған матбуғат конференцияһында.
Ведомство белгестәре айырыуса вакцина эшләтергә кәрәклегенә иғтибар итте.
Быйылғы миҙгелдә Башҡортостан халҡының 45 процентына прививка яһау күҙаллана, улар араһында 418 мең бала, 1,3 миллион өлкән кеше һәм ике мең йөклө ҡатын-ҡыҙ бар.
8 ноябргә республикала йәшәүселәрҙең 30 процентына, шул иҫәптән прививкаларҙың милли календары сиктәрендә 1 миллион 127 мең кешегә прививка яһалған. 75 меңдән ашыуы үҙ аҡсаһына прививка эшләткән.
Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, сирҙең көсәйеүен йылдың тәүге декадаһында, ғинуарҙан мартҡа тиклем көтөргә кәрәк.
«Балалар инфекция йоҡтора һәм уны өйөнә алып ҡайта, ата-әсәһен зарарлай һәм шулай дауам итә», — тине ул.
Роспотребнадзорҙа ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр, сөнки киҙеү өҙлөгөүгә, атап әйткәндә, пневмонияға килтереүе мөмкин. Уҙған йылда йөклө ҡатын өҙлөгөп вафат булған. Ул сирләй башлағандың унынсы көнөнә генә табиптарға мөрәжәғәт иткән, шуға уны ҡотҡарып булмаған.
Белгестәр әйтеүенсә, прививканан тыш, сынығырға һәм күберәк хәрәкәт итергә кәрәк, сөнки «әүҙем тормош алып барған кешеләр ауырыуҙы еңелерәк үткәрә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика