08:25 (UTC+5), 14 Ноябрь 2019

Башҡортостанда Өфөнән Яңы Абҙаҡҡа «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө — Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте тергеҙелә. «Урал легендаһы» туристар араһында популяр ҡышҡы маршрут буйынса аҙнаһына ике тапҡыр – шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөр тип күҙаллана. Юлға 5 сәғәт ярым ваҡыт китә.
Быйыл юл хаҡы түбәнерәк – 655 һум 20 тин. Уҡыусыларға һәм студенттарға билет тағы ла арзаныраҡҡа төшә – 327 һум 60 тин, балаларға иһә 163 һум 80 тин.
Элекке йылдарҙағы кеүек үк, Өфө — Асы — Айғыр — Белорет — Яңы Абҙаҡ маршрутын бер, ике һәм өс вагонлы махсус рельс автобустары хеҙмәтләндерә.
Өфөнән «Урал легендаһы» урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7 тула 4 минутта ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа төшкө 2-се 7 минутҡа барып етә.
Ә Яңы Абҙаҡтан поезд киске 6-сы 21 минутта юлға сыға, төнгө 12-се 17 минутҡа Өфөлә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика