10:10 (UTC+5), 13 Ноября 2019

Республикабыҙ программисы TEDx конференцияһында һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар өсөн мессенджер менән таныштырҙы

https://www.facebook.com/radiyhabirov
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда тыуып үҫкән, әлеге көндә Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары университетының икенсе курсында уҡып йөрөгән Артур Шәйхатаров абруйлы TEDx халыҡ-ара конференцияһында үҙенең асышы – һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар өсөн мессенджеры менән таныштырҙы.
Артур Өфөнөң 42-се лицейында уҡыған сағында уҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн ҡушымта өҫтөндә эшләй башлаған, «Башинформ» йәш программист тураһында яҙғайны.
Программа ғәҙәти телефон һәм смарт-сәғәт ярҙамында хәбәрҙәр менән алмашырға мөмкинлек бирә. Хәбәрҙең тексы Морзе әлифбаһы менән сәғәткә күсерелә, ә яуап нөктә-тире рәүешендә гаджет экранына сыға.
Белгестәр һүҙҙәренсә, был проект мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәмғиәткә берләшергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Артур ошо проект менән Рәсәйҙә иң абруйлы үҫмерҙәр гранттарының береһен отҡан.
«Ә бөгөн «башҡорт Цукерберг»ының асышы хаҡында бөтә донъя белде. Артур уның менән TEDx халыҡ-ара конференцияһында таныштырҙы, — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Тамашасылар уға көслө алҡыштар менән рәхмәт белдерҙе».
Республика етәксеһе, юғары уҡыу йортон тамамлағас, талантлы программисты Өфөлә көтөүҙәрен дә өҫтәне.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика