07:29 (UTC+5), 08 Ноября 2019

Сибайҙа йыл башынан һигеҙенсе игеҙәк балаларҙы теркәнеләр

goskomjust.bashkortostan.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибайҙың ЗАГС бүлегендә йыл башынан һигеҙенсе игеҙәк балаларҙы теркәү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән йәш әсә Алёна Пеняеваның Егор һәм Матвей исемле ике улы тыуыуы тураһында хәбәр иттеләр.
«Улар Пеняевтар ғаиләһендә тәүге игеҙәк түгел. Алёнаның игеҙәге Анютаның да игеҙ ҡыҙҙары, атаһының да Ольга исемле игеҙәге бар. Ошо ҙур һәм татыу ғаиләлә өсөнсө быуында ла игеҙ балалар тыуа», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Сибайҙың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева бәхетле ата-әсәне ҡотлап, улдарының тәүге документтарын – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика