09:08 (UTC+5), 29 Октября 2019

Өфөлә халыҡтың тәбиғи артымы һаҡлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 2019 йылдың 1 ғинуарына 1 миллион 135 мең 480 мең кеше йәшәгән. Был — Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында һигеҙенсе күрһәткес (Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан тыш, сөнки улар – айырым төбәктәр). 2018 йыл менән сағыштырһаҡ, бер йылда Өфөлә йәшәүселәр һаны дүрт меңгә артҡан. Ошо хаҡта баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡаланың дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова белдерҙе.
«2018 йылда миллиондан ашыу кеше йәшәгән алты ҡалала ғына халыҡтың тәбиғи артымы һаҡланған, шул иҫәптән Өфөлә — плюс 1527 кеше, — тип билдәләне Даянова. — Һуңғы йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында халыҡтың үлеме 1000 кешегә 10,6 кимәлендә булған. Был – өсөнсө күрһәткес, ул дөйөм республика (12,4) һәм Рәсәй кимәленән (12,5) аҙыраҡ».
Шулай уҡ статистиктар 2018 йылда Өфөлә уртаса хеҙмәт хаҡы тураһында хәбәр итте — 46,5 мең һум. 2017 йыл менән сағыштырғанда ул 9,9% артҡан. Миллионлы ҡалалар араһында был күрһәткес Красноярскиҙа (50,4 мең һум) һәм Екатеринбургта (49,7 мең) ғына күберәк.
Бөгөн Өфөлә 1000 кешегә 270 пенсионер тура килә. Был — Рәсәйҙә уртаса күрһәткестән түбәнерәк (299) һәм миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө күрһәткес.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика