Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 12:37

Өфө һылыуҡайы Эльмира Шәйехова «Волга буйы ынйыһы» матурлыҡ конкурсында еңеү яуланы

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө һылыуҡайы Эльмира Шәйехова «Волга буйы ынйыһы-2019» матурлыҡ конкурсында еңде.
Эльмира Шәйехова Дүртөйлөлә тыуған. Уға 20 йәш. Конкурста оҙон сәсле һылыуҡай Өфө исеменән сығыш яһаны. Ҡыҙ «Мисс Башкортостан — 2018», «Краса Уфы — 2017» исемдәренә, «Мисс Туризм России — 2019» Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы милли кейем» Гран-прийына эйә, Ҡытайҙа «Мисс Туризм Планеты — 2018» халыҡ-ара конкурсы призеры.
Эльмираға бик күп ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, шуларҙың иң мөһиме — 300 мең һумлыҡ сертификат һәм гәүһәрле алтын биҙәүес, тип хәбәр итте модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.
VII «Волга буйы ынйыһы-2019» республика гүзәллек конкурсының финалы 27 октябрҙә Ҡазанда «Корстон» концерт залында уҙҙы.
Читайте нас: