08:04 (UTC+5), 25 Октябрь 2019

Өфөлә «Хәкимиә» мәсетенә ярымай ҡуйылды

Өфө хакимиәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 октябрҙә Өфөлә «Хәкимиә» мәсете манараһына ярымай ҡуйылды. Сараға Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм XII «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар килде.
Юғары мөфтөй һүҙҙәренсә, 40 йыл элек кенә Башҡортостанда бөтәһе 16 мәсет булһа, хәҙер 1 200 мәсет эшләй, һәм 100 йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң «Хәкимиә» мәсетен тергеҙеү – барыһы өсөн дә мөһим ваҡиға.
«Йәштәребеҙ был донъяла үҙҙәрен юғалтмаһын өсөн уларға рухи терәк – әхлаҡлылыҡ һәм Ватанға һөйөү кәрәк», – тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе.
Абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй, Һиндостан, Ираҡ, Төркиә, Мысыр, Иордания һәм башҡа сит илдәрҙең билдәле дин әһелдәре өфөләрҙе ошо ваҡиға менән ихлас ҡотланы. Истанбул мөфтөйө Мехмет Емин Масали Изге Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны һәм доға ҡылды, тип хәбәр ителә баш ҡала хакимиәте сайтында.
«Хәкимиә» мәсете – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Ул ҡыҙыл кирбестән һалынған, ҡабарынҡы биҙәкле ике мөһабәт манараһы булған. Мәсеттең бейеклеге 18 метрға еткән. Иман йорто 1907-1908 йылдарҙа Бекетов, хәҙерге Мостай Кәрим урамында йәшәгән Өфө сауҙагәре Хәкимов аҡсаһына төҙөлгән. Шуға уны «Хәкимиә» мәсете тип йөрөткәндәр.
1930 йылдың февралендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты «Өфө ҡалаһында «Хәкимиә» мәсетен ябыу тураһында» ҡарар ҡабул иткән. 1934 йылда бина «8 Март» фабрикаһы өсөн клуб булған. 1939 йылда манаралары алып ташланған, эске яҡтан да тулыһынса үҙгәртелгән. 1970 йылдарҙан мәсеттә «Башкирэнерго» диспетчер идаралығы, ә эргәлә трансформатор ярҙамсы станцияһы урынлашҡан. 1991 йылда бина мосолмандарға кире ҡайтарылған.
2002 йылдан алып бөгөнгәсә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм Өфөнөң Рәсәй ислам университеты булышлығында мәсетте тергеҙеү эштәре алып барыла. 2019 йылдан төҙөкләндереү эштәренә баш ҡаланың «Арт-Квадрат» үҙәге командаһы ҡушылды.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика