06:35 (UTC+5), 24 Октября 2019

Пермдә түңәрәк өҫтәлдә Пермь башҡорттары проблемаларын тикшерҙеләр

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Беҙҙең Урал барыһы өсөн дә!» — Пермдә уҙған «Урал символдары картаһы» түңәрәк өҫтәленең төп йүнәлеше. Башҡортостан ғалимдары VI Бөтә Рәсәй милли берҙәмлек форумында ҡатнаша. Өс көнгә Пермь власть органдары вәкилдәре, эксперттар, ғалимдар асыҡ диалог форматында Рәсәйҙә милли сәйәсәт һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләрен тикшергән майҙансыҡҡа әүерелде. Форумға илдең 50 төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы килде.
Форум барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты менән берлектә һәм Пермь крайы хакимиәте булышлығында «Башҡортостан һәм дөйөм Рәсәй традициялары контексында Урал символдары картаһы: этнополитологик аспект» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Баҙранов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев ҡатнашты.
Фекер алышыуға Уралдың этносәйәси мозаикаһы, төбәк һәм этномилли оҡшашлыҡтың социомәҙәни динамикаһы мәсьәләләре сығарылды, Ҙур Урал һәм Рәсәй сиктәрендә субъекттар менән таныштырыу тәжрибәһе һәм мөмкинлектәре күрһәтелде. Республика ғалимдары – философия фәндәре кандидаты Азат Бердин, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов көнүҙәк мәсьәләләр менән сығыш яһаны.
Ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре теләктәшлек потенциалын: тарихи образдарҙы хөрмәт итеү проблемаларын һәм перспективаларын (Салауат Юлаев, Исмәғил Тасимов, Наполеонға ҡаршы һуғыштар һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары) тикшерҙе. Пермь башҡорттары, уларҙың этник мәҙәниәте үҙенсәлектәренә айырым иғтибар бүленде. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға, Пермь коллегаларына «Ғәйнә» тип яҙылған футболкалар һәм «Беҙ башҡорттар» йәмәғәт ойошмаһынан бейсболкалар тапшырылды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика