06:27 (UTC+5), 23 Октябрь 2019

Силәбе ҡалаһында Башҡорттар йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал

«Уралым» гәзите
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Утыҙ меңгә яҡын башҡорт йәшәгән Силәбе ҡалаһындағы милли кафела Башҡорттар йорто барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова хәбәр итте.
Башҡорт аш-һыуы кафеһын асыу ысын байрамға әүерелде. Тантанаға Силәбенән, өлкә райондарынан һәм күрше Башҡортостандан халыҡ йыйылды. Кафеға уның хужабикәһе Рита Хөсәйенованың әсәһенең тыуған төйәге – Ҡоншаҡ районының Ҡунаҡбай ауылы хөрмәтенә «Бай ҡунаҡ» тигән исем биргәндәр.
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин сараны Көньяҡ Урал башҡорттары тарихында әһәмиәтле ваҡиға тип атаны. Ул кафела башҡорт ризыҡтарын һатыу, республика тауар етештереүселәрен йәлеп итеү тәҡдимен индереп, хужабикәһенең барлыҡ башланғыстарына ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын әйтте.
Сара ҡунаҡтары башҡорт кафеһын үҫтерергә ярҙам итергә теләк белдерҙе. Атап әйткәндә, продюсер үҙәге директоры Илдар Хөснөтдинов бында милли дискотекалар үткәрергә әҙер. Асылған көндә ул үҙенең командаһы менән байрам концерты әҙерләне.
«Башҡорт һылыуҡайы» конкурсы лауреаты Румия Минһажева бында селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләй. Ҡоншаҡ районы Ҡаҙаҡбай ауылынан Рәмзиә Әхмәтова кафела башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары осрашыуҙарын уҙғарырға уйлай.
Рита Хөсәйенова һөйләүенсә, бөгөн менюҙа бишбармаҡ, йыуаса (майҙа ҡыҙҙырып бешерелгән ҡамыр ризығы), өлөш, туҡмас кеүек башҡорт аш-һыуы бар. Күпмелер ваҡыттан һуң йылҡы итенән деликатестар, милли эсемлектәр - буҙа һәм ҡымыҙ, башҡорт балы булыр тип күҙаллана.
Сарала ҡатнашыусылар кафе теләгән һәр кем үҙенең ижади ҡеүәтен аса алған «Башҡорттар йорто» исеменә дәғүә итә тигән фекер белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика