07:46 (UTC+5), 23 Октября 2019

Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан илебеҙ автомобилдәре һаны буйынса Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбендә өсөнсө урынды алды, тип хәбәр итә «Автостат» аналитика агентлығы. 1 июлгә республикала Рәсәй автомобиль сәнәғәте сығарған 618,3 мең дана машина иҫәпләнә.
Рейтингта беренсе урында — Краснодар крайы (764,7 мең берәмек), икенсе урында — Мәскәү өлкәһе (651,1 мең берәмек), өсөнсөлә — Башҡортостан (618,3 мең берәмек). Мәскәү дүртенсе баҫҡысты биләй: баш ҡалала ошондай 590,9 мең еңел машина бар.
Июль башына Рәсәйҙә илебеҙҙә етештерелгән 16,6 миллион еңел машина теркәлгән, был – бөтә автопарктың 37,6%. Тәүге 10 иҫәбенә ингән төбәктәр араһында илебеҙ машиналарының иң күп өлөшө Дағстанда файҙаланыла (74,1%). Беҙҙең илдә Рәсәй автомобилдәре сит илдекенә ҡарағанда күберәк булған бөтәһе 22 төбәк иҫәпләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика