08:29 (UTC+5), 22 Октября 2019

Өфө мэрияһында ҡаланы Яңы йылға әҙерләү тураһында һөйләнеләр

Ксения Калинина
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Яңы йылға 20 шыршы ҡуйыу күҙаллана. Шуларҙың икәүһе баш ҡалала – Ленин һәм Салауат Юлаев майҙандарында, 18-е – райондарҙа. 22 октябрҙә мэриялағы оператив кәңәшмәлә улар буйынса иллюминация концепцияһы һәм Ленин майҙанында – ысын, ә Салауат Юлаев майҙанында яһалма шыршы ултыртыу хаҡында хәбәр иттеләр.
Шулай уҡ боҙ ҡаласыҡтарын биҙәүҙең дизайн-проекты әҙерләнә.
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ваҡыттың шәп үтеүен һәм әҙерлек эштәрен тиҙләтергә кәрәклеген билдәләне.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова Яңы йыл алдынан ҡала предлприятиелары һәм учреждениелары араһында «Байрамса Өфө» конкурсын үткәреү тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер ойошмаларҙан ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Йомғаҡ 30 декабрҙә яһала: беренсе урын өсөн еңеүсегә – 150 мең һум һәм иҫтәлекле статуэтка, икенсегә – 100 мең һум, өсөнсөгә 50 мең һум тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика