Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 16:41

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына эш аҙнаһын ҡыҫҡарталар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһын индереүҙе хупланылар. Яңылыҡты Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләрҙе икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш трафигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялай. Уҡыуҙарҙан һуң проектҡа тағы бер өҫтәмә индерҙеләр – закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмаған.
Читайте нас: