12:22 (UTC+5), 17 Октябрь 2019

Учалы районының Наурыҙ ауылы Башҡортостандың иң матур ауылы тип танылды

mapio.net
mapio.net
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеү яуланы. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителде. Бөгөн иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Икенсе урынды Ишембай районының Маҡар ауылы алды, өсөнсөлә – Шаран районының Дүртөйлө ауылы.
Тәүге өс призер конкурстың миллионлы бүләк фондын бүлеште. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, 12 матур ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы – «Хыял ауылы», Стәрлетамаҡ районының Талас ауылы «Күп милләтле ауыл» тип танылды, Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылына «Ҙур киләсәк» номинацияһы бирелде, Салауат районының Әлкә ауылы — «Социаль яҡтан үҫешкән ауыл». Ҡариҙел районының Яугилде ауылы «Хеҙмәт һөйөүсән ауыл» тип танылды, Өфө районының Лекаревка ауылы «Уңайлы мөхит» номинацияһында еңеүсе булды, Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылы — «Эко-ауыл», Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы — «Күркәм ауыл», Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы — «Татыу ауыл», Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылы — «Ҡунаҡсыл ауыл», Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы «Уңайлыҡтары булған ауыл» тип танылды, ә Мишкә районының Сосновка ауылы «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы.
Ошо 12 ауыл 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән билдәләнде. Ә конкурста ҡатнашҡан башҡа 33 ауыл дипломдар менән бүләкләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика