11:15 (UTC+5), 17 Октября 2019

Башҡортостандың алыҫта урынлашҡан ауылдарында мәктәптәргә һәм ФАП-тарға юғары тиҙлекле интернет үткәреү башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли стратегияһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проектын ғәмәлгә ашырыу башланды.
Проект 100-ҙән алып меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙа интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Бөгөнгә 50 социаль әһәмиәтле объект мәғлүмәт-технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында – мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары.
«Мәғлүмәт инфраструктураһы» программаһы ярҙамында алыҫта урынлашҡан күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. 2021 йылдың аҙағына тиклем ошо программа буйынса бөтәһе 2774 социаль объектҡа юғары тиҙлекле интернет үткәрелергә тейеш», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Алевтина Дауытова.
«Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сүсле-оптик элемтә линияһын төҙөүҙе, элемтә каналдарын үҫтереүҙе, социаль әһәмиәтле объекттарға интернет үткәреүҙе һәм объекттар эсендә ИКТ-инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә уҙған аукцион һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының телекоммуникация компанияһы – «Башинформсвязь» йәмғиәте проекттың операторы тип танылды.
Контракт шарттары буйынса, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектҡа интернет үткәрергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика