09:31 (UTC+5), 16 Октября 2019

Республиканан 6 проект — «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалсыһы

geopark-yangantau.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандан алты проект «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалсыһы булды. Дөйөм алғанда, 59 төбәктән 223 проект финалға сыҡты. Волга буйы федераль округы — лидер: барлыҡ 14 төбәктән 77 проект-финалсы.
«Иң яҡшы мәҙәни-танып белеү маршруты» номинацияһында еңеүселәр иҫәбендә — «Башҡортостандың солоҡ умарталығына бер көнлөк тур» һәм «Геолог менән ял көндәре. Янғантау геопаркы».
«Европа – Азия велоһуҡмағы» проекты «Иң яҡшы велосипед маршруты» номинацияһында финалсылар иҫәбенә инде.
«Нарыҫтау» тарихи-этнографик һәм гастрономик маршруты «Иң яҡшы этнографик маршруттар»ҙың береһе булды.
«Евразия индеецтары һуҡмағы буйлап» мажаралар туры һәм «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» — «Иң яҡшы мажаралы маршрут».
«Йыл маршруты» Рәсәй туристик премияһы 2014 йылда булдырылған.
Финалсыларҙы бүләкләү сараһы 27-28 октябрҙә Ижевскиҙа ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика