16:19 (UTC+5), 15 Октября 2019

Республикала иң матур ауылдарҙы һайланылар

foto-planeta.com
foto-planeta.com
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы тамамланды. Бөгөн конкурс комиссияһы ултырышында уға йомғаҡ яһалды. Конкурс еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары 17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителә. Ошо кесаҙна иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы була.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Уның ойоштороусылар — «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы. Конкурс республиканың тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡтың үҙ биләмәләрендә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уның абруйын күтәреү, тыуған илгә, ауылға һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Конкурста Башҡортостандың 5000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдары ҡатнаша. Төп шарт – ауыл халҡының йыйылышта конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе, шулай уҡ муниципаль район етәкселегенең тәҡдиме.
Быйыл конкурс өс этапта үткәрелде. Беренсе этапта – 1 августан 15-нә ҡәҙәр — ғаризалар ҡабул ителде, шулай уҡ уларҙың раҫланған положениеға тап килеүе баһаланды.
Икенсе этапта комиссия конкурста ҡатнашырға теләк белдергән 48 ауылдан 10-һын һайлап алды, 1 сентябрҙән 20-нә тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалында финалсыларҙың видеопрезентацияһы күрһәтелде, артабан тамашасыларҙың тауыш биреүе ойошторолдо.
Тамашасыларҙың тауыш биреүе тамамланғас, комиссия конкурстың беренсе һәм икенсе этаптары йомғаҡтары буйынса биш ауылды һайланы.
Конкурстың өсөнсө этабында иң юғары баһа алған еңеүселәр билдәләнде.
Бүләк фонды – 1 миллион һум. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, иң матур 12 ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнә, ә ҡалған 33-ө дипломдар менән бүләкләнә. Еңеүсе ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы 2019» тип яҙылған махсус стела ҡуйыла.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсын үткәреү тәртибе тураһында положение «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы сайтында баҫылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Әбйәлил районының Хәлил ауылы Башҡортостандың иң матур ауылы тип билдәләнде. Икенсе урынды Бөрө районының Бахтыбай ауылы алды, өсөнсө урынға Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика