08:30 (UTC+5), 15 Октября 2019

«Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты — Рәсәйҙә сноубордта шыуыу өсөн иң шәп өс урын иҫәбендә

abzakovo.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың «Абҙаҡ» тау саңғыһы курорты ТурСтат порталы рейтингында сноубордта шыуыу өсөн иң шәп өс урын иҫәбенә инде. Рейтинг интернетта ниндәй курортта сноубордта шыуыу яҡшыраҡ тигән һорауҙарға яуаптарға нигеҙләнеп төҙөлгән. Рәсәйҙә 3 миллиондан ашыу кеше сноуборд менән мауыға, башлыса улар — 30 йәшкә тиклемгеләр.
Быйыл ҡыш сноубордта шыуыу өсөн Рәсәйҙең тәүге ун курорты иҫәбенә «Роза Хутор» һәм «Курорт Красная Поляна» (Сочи), «Абҙаҡ» (Башҡортостан), «Шерегеш» (Кемерово өлкәһе), «Белокуриха» (Алтай крайы), «Архыз» һәм «Домбай» (Ҡарасәй-Черкес), «Сорочаны» (Мәскәү өлкәһе), Чусовой (Пермь крайы), «БигВуд» (Мурманск өлкәһе), «Гора Белая» (Свердловск өлкәһе), «Завьялиха» (Силәбе өлкәһе), «Игора» (Ленинград өлкәһе) һәм «Свияжск убалары»(Татарстан) инде.
ТурСтат мәғлүмәттәре буйынса, «Абҙаҡ» өсөн 13% тауыш бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика