05:33 (UTC+5), 14 Октября 2019

«Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты

Динар Кәлимуллин
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарының исемдәре билдәле булды. Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Хөкүмәте йортонда уҙҙы. «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, «Кызыл тан» гәзите редакцияһының сәйәсәт бүлеге мөдире Фәнүз Хәбибуллин һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡлы наградалар алды.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Борис Мелкоедов лауреаттарға уларҙың көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин «Башинформ» агентлығына ошо награданы алыуы менән бәхетле булыуын әйтте.
«Журналист үҙенең уҡыусыһы, тамашасыһы, тыңлаусыһы алдында яуаплы булырға һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тейеш. Беҙ мәғлүмәт технологиялары быуатында йәшәйбеҙ, бөтәһенең дә гаджеттары бар, хәҙер һәр кем социаль селтәргә төрлө мәғлүмәт һалыу мөмкинлегенә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ялған мәғлүмәттәр бик күп. Журналист дөрөҫтө һөйләргә һәм ғәҙел булырға бурыслы. Беҙҙең көсөбөҙ шунда», — тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Рафиҡ Әхмәтшин.
«Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин һүҙҙәренсә, Республика көнөндә һәм Башҡортостан үҙенең 100 йыллығын билдәләгән йылда республика журналистарының төп премияһын алыу – бик мәртәбәле.
«Был минең наградам ғына түгел, унда 30 йыл тиерлек иңгә-иң терәп эшләгән барлыҡ коллегаларымдың ҙур хеҙмәте. Улар – Башҡортостан радиоһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Спутник ФМ» һәм «Юлдаш», һәм, әлбиттә, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы коллективтары. Мин һәр ваҡыт коллегаларымдан уңдым. Һөнәремде яратам һәм унда иң мөһиме – вазифаларына ҡарамайынса, кешеләрҙе тыңлай белеү, тәү сиратта үҙеңә ҡарата ғәҙел булыу, шул саҡта уҡыусыларың да һиңә ышана. Әлбиттә, оптимизм, юмор кәрәк, журналист һөнәрендә унһыҙ булмай», — тине Азат Ғиззәтуллин.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары алдында яҙыусының һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуған яғы Күгәрсен районына барып, тантаналы сараларҙа ҡатнашыу һәм Хоҙайбирҙин ауылының Мәҙәниәт йорто янындағы паркта ағас ултыртыу бурысы тора.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика