13:26 (UTC+5), 14 Октября 2019

Башҡортостан Башлығы «юл» мобиль ҡушымтаһын еренә еткереп эшләргә ҡушты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы соҡорҙар менән ҡаршы көрәшкә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән мобиль ҡушымтаның эшен тәнҡитләне. Был турала ул бөгөн,14 октябрҙә, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ошо ҡушымта менән эште аҙағына еткерергә кәрәк, тип билдәләне ул.
«500 мең соҡор ямалған, тиҙәр, ә мобиль ҡушымтаға һалынғандарының һаманғаса бөтәһе лә ямалмаған. Әйҙәгеҙ, бөтә соҡорҙарҙы һан менән билдәләйек... Мин һан менән билдәләгән соҡорҙарҙы ғына отчетҡа ҡабул итермен», – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Ул чиновниктар йәнә ошо мәсьәләгә кире әйләнеп ҡайтһын өсөн кәңәшмә әҙерләргә ҡушты. Бынан алда Радий Хәбиров, «Юл эксперты» ҡушымтаһын тәнҡитләп, «соҡорҙарҙы ремонтлау — иҡтисади бурыс ҡына түгел, ә реаль сәйәси бурыс» тип билдәләгәйне.
«Юл эксперты» ҡушымтаһы республикала йәшәгән һәр кемгә аныҡ соҡорҙо ремонтлауға ғариза ебәрергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, программа еренә еткереп эшләнмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика