05:23 (UTC+5), 09 Октябрь 2019

Республикала суд приставтары туберкулез менән сирләгәндәрҙе мәжбүри рәүештә дауаханаға һала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда суд приставтары үпкә ауырыуы булғандарҙы мәжбүри рәүештә дауаханаға һала. 2019 йылдың 9 айында ғына туберкулез менән сирләгән 26 кеше тикшереүгә ебәрелде, тип хәбәр итә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Туберкулезға ҡаршы диспансерҙа иҫәптә торған кешеләр медицина тикшереүе үтергә тейеш, ләкин бөтәһе лә тикшереүҙе мотлаҡ тип иҫәпләмәй. Тағы 25 кешене эҙләп табып, тейешле тикшереү үткәреү һәм дауалау өсөн мәжбүри рәүештә дауаханаға ебәрергә кәрәк.
Сирлеләрҙе мәжбүри рәүештә дауаханаға һалыу тураһында документтар суд приставтары хеҙмәтенә тапшырыла, шунан һуң улар медицина учреждениелары менән берлектә үпкә ауырыуҙары булғандарҙы медицина тикшереүе үткәреү йәки тейешле дауа алыу өсөн учреждениеларға ебәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика