06:57 (UTC+5), 09 Октября 2019

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы журналистар һәм блогерҙар араһында конкурс иғлан итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы эшкә журналистар һәм блогерҙар конкурсын уҙғарыу тураһында белдерҙе. Ҡатнашыусыларҙан индивидуаль һәм коллектив ғаризалар ҡабул ителә. Конкурста 2019 йылдың 1 сентябренән 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә баҫылып сыҡҡан эштәр ҡатнашырға мөмкин. Ғаризаларҙы 2020 йылдың 1 февраленә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Һөҙөмтәләр 15 февралдән һуң билдәле була. Еңеүселәрҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесенең рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. Конкурс республика парламентының 25 йыллығына бағышланған.
«Бына күп йылдар инде журналистар өсөн конкурстар ойошторабыҙ. Улар күптән изге йолаға әүерелде, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең иғтибар үҙәгендә тора, – тип һөйләне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Быйыл конкурс яңы форматта уҙғарыла. Блогерҙар өсөн махсус номинация булдырылды, сөнки халыҡтың күпселеге яңылыҡтар тураһында тап социаль селтәрҙәр аша белә. Конкурс жюрийы фекерҙәр киңлеген, объективлыҡты һәм шул уҡ ваҡытта теманы үҙенсәлекле итеп яҡтыртыуҙы баһалай».
Конкурсты үткәреү тәртибе менән тулыраҡ һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика