12:30 (UTC+5), 08 Октября 2019

Сибайҙа «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибайҙа Башҡортостандың «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай. Ҡаланың үҙәк майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-лә «Сәләм» хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың презентацияһы була.
Тантаналы сарала билдәле йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева ҡатнаша, бик күп бүләктәр уйнатыла.
Шулай уҡ был көндә медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге «Рәсәй тимер юлдары» — «Өфө ҡалаһы медицинаһы» дауаханаһы табиптарында бушлай тикшерелергә мөмкин. Хируг, кардиолог, невролог һәм гинеколог алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә.
«Сәләм» телеканалы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булдырылған. Яңы телеканал эфирында урындағы студияларға биш сәғәт бүленә, шул иҫәптән иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, көндөҙгө 1-ҙән 2-гә һәм 5-тән 7-гә тиклем прайм-тайм. «Сәләм» Башҡортостандың кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа күрһәтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика