11:01 (UTC+5), 08 Октябрь 2019

Республика ҡатын-ҡыҙҙары бушлай маммография үтеү һәм онкологтан консультация алыу мөмкинлегенә эйә

ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бушлай маммография үтеү һәм онколог менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә «Алһыу таҫма» акцияһы барышында республика онкология диспансерында ҡабул итеүҙәр ойошторола.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, маммологка урындағы поликлиникаларҙың онкологтары аша, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Бәләбәй, Күмертау, Сибай, Белорет, Бөрө ҡалаларында, Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә һәм Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәрендә яҙылырға мөмкин.
Өфөләр 32-се, 48-се, 43-сө, 13-сө, 50-се ҡала поликлиникалары ҡарамағындағы Онкология амбулатор ярҙамы үҙәктәренә лә мөрәжәғәт итә ала.
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте йәшәгән урын буйынса поликлиникаларҙа онкологтарҙан белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика