08:58 (UTC+5), 08 Октября 2019

Өфөлә һәм Шишмәлә Зеленоград эрбеттәрен ултыртыу буйынса экологик акция ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә һәм Шишмә районында эрбеттәр ултыртыу буйынса экологик акция уҙғарыла.
Акцияны ойоштороусы, «Изге эко-дәрестәр» проекты етәксеһе Вероника Трегубова хәбәр итеүенсә, был көндә бер үк ваҡытта Зеленоград питомнигынан йөҙ эрбет ултыртыла.
«Бейеклеге 10 сантиметрлыҡ үҫентеләр биш йыл буйына үҫте һәм хәҙер уларҙы тупраҡҡа күсереп ултыртырға мөмкин. Бәләкәй ағастарҙы көҙгөһөн ултыртыу яҡшы, улар һәйбәт үҫеп китә. Уларҙы балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, үҙенсәлекле балалы ғаиләләр һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр ултырта. Ҙур эко-дәрескә республика уҡыусылары, студенттар һәм экоәүҙемселәре лә ҡушыла», — тип хәбәр итте Вероника Трегубова.
Ойоштороусылар — «Ҡаты тупраҡ» хәйриә фонды һәм «Изге эко-дәрестәр» йәмәғәт проекты — акцияға ике ай буйына әҙерләнгән. «Зеленоград эрбеттәре» экопитомнигын булдырған Иван Санжаров уны үткәреү өсөн махсус рәүештә ылыҫлы ағастарҙы ултыртыу һәм уларҙы тәрбиәләү буйынса видео-инструкция төшөргән. Эрбеттәрҙе Иван Санжаров экопитомнигының Өфө филиалы биргән. Ойоштороусылар Булат Яруллинға рәхмәт белдерә.
«Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең, ағас ултыртыуҙан тыш, икенсел ресурстарҙы күп тапҡыр файҙаланыу ҙа тәбиғәт байлыҡтарын һаҡларға ярҙам итеүен аңлауы мөһим», — ти Вероника Трегубова. Эрбеттәрҙе акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре тәрбиәләр тип билдәләнә. Акциялар 10-сы Белем биреү үҙәге, 9-сы балалар йорто, «Ярҙам» йәмәғәт ойошмаһы биләмәһендә, 160-сы лицейҙа, 119-сы мәктәптә һәм 183-сө балалар баҡсаһында үткәрелә. Эрбеттәрҙе Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты майҙансығында, «Умарта» социаль үҙәгендә, «Торнаҡай» психологик реабилитация үҙәгендә, ә Шишмә ҡасабаһында Ленин паркы биләмәһендә ултыртыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика