Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.75
0
100.44
0
81.68
-1.99
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2019, 17:11

Республикала «Рәсәй почтаһы» байрам көндәрендә эш графигын хәбәр итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Рәсәй почтаһы» Республика көнөн билдәләгән көндәрҙә үҙенең бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.
«11 октябрҙә республиканың почта бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде. Был көндө гәзит-журналдар таратылмай, хаттар алынмай, — тип белдерҙе Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Кесаҙна, 10 октябрҙә, бөтә почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Байрам көнө өсөн пенсиялар һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеүгә ярашлы таратыла».
Читайте нас в