Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
0
99.72
0
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 12:21

Өфөлә Хәҡиҡәт урамында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

ӨФӨ, 2019 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Хәҡиҡәт урамында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә. Бындай сара 5, 11, 12, 19, 26 октябрҙә һәм 2 ноябрҙә ауыл хужалығы һәм тематик йәрминкәләр үткәреүгә бәйле ғәмәлгә индерелде. Иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем Хәҡиҡәт урамында (Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге участкала) транспорт хәрәкәте ябыла.
Был ваҡытта ошо участкала йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемаһы үҙгәрә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын ваҡытлыса сикләү сараларын аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай, уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм маршрутты алдан билдәләргә кәңәш бирә.
Читайте нас: