12:28 (UTC+5), 04 Октября 2019

Башҡортостан Башлығы Уҡытыусылар көнө алдынан социаль селтәрҙә үҙенең мәктәп йылдарындағы фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты

www.facebook.com/radiyhabirov
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Уҡытыусылар көнө алдынан социаль селтәрҙә үҙенең уҡытыусылары хаҡында хәтирәләре һәм мәктәп йылдарындағы фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.
«Бөгөн үҙемдең уҡытыусыларымды иҫкә алам... Минең тормошомда булған хәл-ваҡиғалар өсөн рәхмәт һеҙгә, хәҙер инде баҡыйлыҡҡа күскән Инна Николаевна, рәхмәт, Флүрә Рәҡип ҡыҙы һәм һеҙҙең коллегаларығыҙ, һеҙҙән башҡа был мөмкин булмаҫ ине! Уҡытыусылар балалар өсөн шул тиклем күп эш башҡара, икене икегә ҡабатлаһаң нисә булыуы тураһында ғына һөйләмәй, ә шәхестең үҫеүенә ярҙам итә, яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәтә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, уҡытыусыларҙың йөкләмәһе, ҡағыҙ эше бик күп.
«Һеҙ – һис арттырыуһыҙ дәүләтебеҙ терәктәренең береһе, беҙҙең стратегик ресурс. Проблемаларығыҙҙың ни тиклем күп булыуын һәйбәт беләм. Хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланһын өсөн барыһын да эшләрмен! Уҡытыусылар көнө менән! Алдығыҙҙа баш эйәм», — тип ҡотланы уҡытыусыларҙы республика башлығы.
Рәсәйҙә Уҡытыусылар көнө йыл һайын 5 октябрҙә билдәләнә. Дата Бөтә донъя уҡытыусылар көнөнә тап килә. Был байрамды бөтә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлай, уларға һаулыҡ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләй, сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшыра. Мәктәптәрҙә байрам тантаналары уҙғарыла, ижади коллективтар сығыш яһай. Уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмәләр ойошторола, стена гәзиттәре сығарыла. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә Үҙидара көнө үткәрелә – дәресте уҡыусылар алып бара.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика