07:39 (UTC+5), 03 Октября 2019

Республикала башҡаларға оҡшамаған инвалид ҡыҙыҡайҙы Израиль табиптары тикшерә

Динар Зәйнуллин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылынан Софья Ғиззәтуллинаны Израиль табиптары тикшерә. «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубының XVI ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта хәбәр итте.
«Октябрь аҙағына Израиль табиптарын саҡырҙыҡ, сөнки сир ҡатмарлы. Тулыһынса тикшереү үткәрәбеҙ, әлбиттә, тулыһынса республика иҫәбенә, беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ бар, ҡыҙыҡайҙы дауаларбыҙ», — тип Хәбировтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
«Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ике йәшлек Софья Ғиззәтуллинаның яҙмышы менән шәхсән шөғөлләнәсәген хәбәр иткәйне. Шулай уҡ әлеге ваҡытта иҫке йортта бер ниндәй шарттарһыҙ йәшәгән ғаилә ике бүлмәле фатир менән тәьмин ителәсәге хаҡында мәғлүмәт бирелде.
Бынан алда республика хәйриә фонды ағзалары Стәрлетамаҡ районынан ике йәшлек Софья Ғиззәтуллинаға башҡаларҙы ҡурҡытмаһын өсөн балалар баҡсаһына юллама бирмәүҙәрен яҙып сыҡты. Әлеге осраҡ буйынса прокуратура тикшереү эшен башланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика