04:18 (UTC+5), 03 Октября 2019

Күп балалы ғаиләләр Башҡортостандың иң матур урындары буйлап сәйәхәткә юллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда тревел шоу форматында «Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте» тигән яңы социаль проект башлана. Ойоштороусылар — Архангел районы хакимиәте, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Тапшырыуҙар серияһының төп геройҙары — республиканың ишле ғаиләләре. Һәр сығарылышта ике ғаилә Башҡортостандың күркәм урындары буйлап сәйәхәткә сыға. Тәүгеләрҙән булып мажараларға һәм онотолмаҫ тәьҫораттарға ҡаршы Архангел районынан Семенчук һәм Бүләкҡоловтар ғаиләләре юллана. Проектты төшөрөү 4 октябрҙә башлана.
Тау йылғалары буйлап кәмәлә ағып төшөү, мәмерйәләргә инеү, республика халыҡтарының традицияларын өйрәнеү – тур ике көн генә дауам итә, был ваҡыт эсендә ғаиләләр үҙҙәренең берҙәмлеген һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтергә тейеш.
Еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү ярҙамында билдәләнә, ә еңеүселәр ғаиләһенә Архангел районы хакимиәтенән бүләктәр тапшырыла.
Тревел-шоу дүрт миҙгел буйына бара — тамашасының республика туризмының төрлө төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Проект экология һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш кәрәклеге темаһын күтәрә. Проект һәм унда ҡатнашыусылар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән проекттың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә танышырға була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика