Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2019, 10:12

Өфөлә «Мисс International Ufa» халыҡ-ара этник матурлыҡ һәм талант конкурсы уҙғарыла

ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мисс International Ufa» халыҡ-ара этник матурлыҡ һәм талант конкурсы уҙғарыла. Конкурста Башҡортостан Республикаһында йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала. Һылыуҡайҙарҙың йәше – 18-ҙән алып 28-гә тиклем.
Конкурс программаһы сиктәрендә финалсыларҙы республиканың баш ҡалаһы менән таныштырыу, Өфөнөң мәҙәниәт учреждениеларына һәм күңел асыу үҙәктәренә алып барыу, ижади интеллигенция, күренекле милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре ҡаралған.
Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм алыҫ сит илдәрҙән 30-ҙан ашыу ҡыҙ конкурста ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Бәйге шарттарына ярашлы, улар үҙ халҡын, мәҙәниәтен һәм йолаларын сағыу, үҙенсәлекле итеп күрһәтергә тейеш.
Һайлап алыу туры 20 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сараның финалы 18 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә ошонда уҡ ҙур залда була. Конкурстың положениеһы һәм ғариза формаһы менән рәсми төркөмдә танышырға мөмкин.
Проект Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ грантына бойомға ашырыла. Конкурстың маҡсаты — республикала йәшәүселәрҙе Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу, йәштәрҙең этник-ара аралашыуы өсөн шарттар булдырыу, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының матди һәм рухи мәҙәниәтен, халыҡ традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү.
Сараның ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ.
Читайте нас: