12:30 (UTC+5), 03 Октября 2019

Башҡортостанда һунарсыларға 70 мышы һәм 156 ҡоралай аулауға лицензия бирелде

Гөлфиә Акулова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республика райондарында мышы һәм ҡоралай атыуға квоталар уйнатылды. Комиссияға министр урынбаҫары Илдар Яхин рәйеслек итте.
Быйыл һунар итеүгә рөхсәт алыу өсөн бөтәһе 8732 ғариза теркәлде, шуларҙың 4729-ы — мышыға, 4003 — ҡоралайға. 70 ҡатнашыусы — мышы, 156-һы ҡоралай аулауға рөхсәт уйнатыуҙа еңеп сыҡты.
Был онлайн режимда барҙы һәм YouTube-каналында күрһәтелде. Комиссия ағзалары билдәләүенсә, 2019 йылда ғаризаларҙың һаны уҙған йәрәбәләр менән сағыштырғанда күберәк. Мышыға квоталарҙың күбеһе (19) Белорет районына тура килә. Ҡоралайға лимиттар буйынса Мәсетле районы алда бара. Уның биләмәһендә 58 хайуанға һунар рөхсәт ителде, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, журналист Рөстәм Сиражетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика