06:35 (UTC+5), 03 Октября 2019

Баш ҡалала Бөтә халыҡ гәзит-журналдарға яҙылыу көнө ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 октябрҙә Өфөлә Матбуғат йорто алдында Бөтә халыҡ гәзит-журналдарға яҙылыу көнө уҙғарыла. Ҡыҙыҡлы яҙмаларҙың геройҙары, гәзит-журнал редакциялары үткәргән төрлө конкурс лауреаттары, еңеүселәре, республика һәм ҡала баҫмаларын уҡыусылар бер майҙанға йыйыла.
Танылған артистар үҙҙәренең яратҡан баҫмалары: ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — «Башҡортостан» гәзите, йырсы Нәзифә Ҡадирова — «Республика Башкортостан» гәзите, Юнир Һағынбаев – «Шоңҡар» журналы, Рушанна Бабич һәм Александр Кузьменко «Рампа» журналы менән таныштыра. Республика киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереү өсөн алыҫ райондарҙан һәм ауылдарҙан үҙешмәкәр артистар, социаль селтәрҙә популяр Гөлфиә Хәлфетдинова, Хәйбулла районынан – Йәмил Баймырҙин, Ауырғазы районынан Финә Абдуллина килә.
Акцияның маҡсаты – яҙылыу кампанияһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, гәзит-журналдар уҡыу традицияһын тергеҙеү, «Заман кешеһе — уҡыған кеше!» идеяһын пропагандалау. Ул «Бөтәһе лә матбуғатҡа яҙылырға!» девизы аҫтында уҙғарыла.
Сараға килгән ҡунаҡтарҙың мәҡәлә геройҙары булған ҡул эштәре һәм халыҡ кәсептәре оҫталары менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге лә бар. Бында уларҙың продукцияһын: милли биҙәүестәр, бәйләнгән әйберҙәр алырға була. Шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина бер үк ваҡытта бер нисә кеше менән шашка уйнау сеансын үткәрә. Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы һәм «БашРТС» йәмғиәте вәкилдәре шәхси торлаҡ-коммуналь мәсьәләләр буйынса консультация бирә. Өфө почтамты коммуналь түләүҙәр ҡабул итеү ойоштора.
Иң мөһиме — гәзит-журналдарға 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин. Тап ошо көндә 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына льготалы яҙылыу декадаһы башлана. Акция 13 октябргә тиклем бара.
«Сара һуңында бүләк уйнатыу ойошторола. Яҙылыусыларҙың бик күп бүләктәр, шул иҫәптән телевизор отоу мөмкинлеге бар, — тип хәбәр итте акцияны ойоштороусылар. — Был көндө ата-әсәләренә, туғандарына уларҙың яратҡан гәзитен йәки журналын яҙҙырырға, яңғыҙ йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ишле ғаиләләргә бүләк эшләргә теләгән кешеләр күп булыр тип ышанабыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика